Владимир Плечев меңдән ашыу ғилми хеҙмәт, монография һәм дәреслек авторы, уйлап табыуҙар өсөн 110-дан ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты бар. Тиҫтәләгән медицина фәндәре докторы һәм кандидаты әҙерләгән. Һаулыҡ һаҡлау һәм медицина фәнен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған.
Шулай уҡ «Алтын скальпель» наградаһына лайыҡ булыусы профессор Валентин Павлов хеҙмәт йылдарында заманса дауалау ысулдарын ҡулланып, йөҙәрләгән операция эшләгән.
«Алтын скальпель» премияһы БР Хирургтар ассоциацияһы тарафынан булдырылған һәм республика табиптары эшмәкәрлегенең иң юғары баһаһы булып тора.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/I-ya-shi-hirurgtar-b-l-kl-nde-15817/