Сара ваҡытында биш-туғыҙ кешенән торған ун команда илдең иҡтисади үҫеш министрлығының эксперт советы тарафынан эшләнгән етештереү һәм корпоратив мәьсәләләрен хәл итергә тейеш. Иң яҡшы тәҡдим индергән командалар киләһе йыл Мәскәүҙә үтәсәк дөйөм Рәсәй хакатоны финалына юллана. Унда еңеп сыҡҡандар иһә халыҡ-ара стажировка үтеүгә хоҡуҡ аласаҡ.Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Петр Засельский билдәләүенсә, был сараның маҡсаты – етештереү мәсьәләләрен хәл итеү өсөн федераль банк булдырып, илдең иҡтисадын үҫтереү.
- Донъя ҙур тиҙлек менән үҙгәрә һәм белем кимәле артҡандан-арта. Шуға ла даими уҡыу, өйрәнеү зарурлығы килеп тыуа. – Тыңларға, аңларға һәм яңы белемде файҙаланырға өйрәнеү – ҙур көс ул, – тине Петр Засельский.
Бөтә Рәсәй Тышҡы бәйләнеш академияһының етештереүсәнлекте күтәреү үҙәге директоры Екатерина Гишина әйтеүенсә, "Лидеры ПРО" үҙҙәренең предприятиеларында етештереүҙе күтәрергә теләгән етәкселәргә тәғәйенләнгән үҙенсәлекле программа.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин дәүләт власы органдары алдында 2024 йылға иҡтисадтың сеймалға ҡарамаған урта һәм эре предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген биш проценттан да кәм булмаған үҫеш тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.
Фото: economy.bashkortostan.ru