Күсмә комплекс “ПАЗ” автобусы базаһында эшләнгән, ул электрокардиограф, кардиомаркерҙарҙың портатив экспресс-анализаторы, дефибриллятор-мониторы, анализ алыу һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Әле Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһына ҡайтарылған махсус автобус Мәмбәт һәм Аҡморон ауылдарында булған. Ошо арала райондың Богачев, Бәхтигәрәй, Түбәнге Яйыҡбай ауылдарына барып, халыҡты ҡабул итеү планлаштырылған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bayma-tar-a-k-sm-punktli-buldi-15703/