Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2019, 15:55

10 бала араҡы менән ағыуланған...

"Йәшел йылан" менән ағыуланып дауаханаға эләгеүселәрҙе ишетеп, әсенәбеҙ, әммә күп осраҡта кеше үҙе ғәйепле тип һанайбыҙ. Ә бына сабыйлыҡтан да сығып етмәгән балаларҙың хәмергә ылығыуы - афәт. Бында инде һис шикһеҙ ололар ғәйепле.

"Роспотребнадзор" мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы йылдың ғинуар-октябрь айҙарында алкоголле эсемлек эсеп ағыуланыусылар араһында ун бала бар. Иң күбе Стәрлетамаҡ ҡалаһында - унда бындай диагноз менән биш бала дауаханаға эләккән. Иң кесеһенә - 8 йәш, икәүһе - 12, тағы икәүһе 14 йәшлектәр. Ҡалғандары араһында Бөрө ҡалаһынан 8-13 йәшлек ике бала, Нефтекама, Ишембай, Мишкә районынан 13 йәшлек берәр бала "йәшел йылан" менән ағыуланған.
Статистика ҡот осҡос: йыл башынан Башҡортостанда хәмерҙән 151 кеше һәләк булған. Ә былтыр ошо арауыҡта 286 кешене юғалтҡанбыҙ... Быйыл был күрһәткестең кәмеүе күңелде бер аҙ йылыта. Етәкселектең, активистарҙың эскелек менән әүҙем көрәше һөҙөмтәһе был.
Читайте нас: