Был осраҡтарҙа ҡатын-ҡыҙҙың бала тыуғандан һуң барлыҡҡа килгән депрессияһы ғәйепле. Бер нисә йыл өйҙә декретта ултырған ҡатындар был хәлде яҡынса ғына булһа ла күҙаллай. Бәләкәй бала, көн һайын ҡабатланған бер үк бурыстар. Сабый сирле йәки тынғыһыҙ булһа, атаһы ярҙам итмәһә, әхирәт-дуҫтар ҡалмаһа – хәл бермә-бер ҡурҡыныслана. Йәш әсә үҙенә бикләнә, көтөп алған сабыйы ауырлыҡ килтерә башлай, мәңге кәйефе ҡырыла, насар уйҙар биләп ала.
Беҙҙең йәмғиәт депрессия сирен етди ҡабул итмәй, өйҙә балаһын ҡарап ултырған ҡатындың туйып шашыуы тип кенә ҡуя. Ә бына медиктар быға бик етди ҡарай, дауа билдәләй һәм ҡатындарҙы дауалай.
Ошо йәһәттән психологтар ҙа кәңәшен бирә. “Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Үҙ проблемаларығыҙға бикләнмәгеҙ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү оят түгел. Кемгә булһа ла ярай – әхирәтеңә, әсәйеңә, яҡын кешеңә, психологҡа, табипҡа... Әрләшегеҙ, ҡысҡырығыҙ, ҡашығаяҡ ватығыҙ, ахмаҡлыҡ ҡылығыҙ... Тик йәшәгеҙ генә”.
Шул тиклем дөрөҫ һүҙҙәр. Үҙебеҙ һәм балаларыбыҙ иҫән саҡта барыһын да үҙгәртеп була.
Фото: medblog.suhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/is-ir-ila--rl---tik-y-sh-14102/