Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2019, 09:35

Ул баланы ниңә таптым икән?

Мин ул ҡатынды ауылға ҡайтышлай юл буйында ултырттым. Ҡул күтәреп тора ине.

– Ғафури яғына барам, – тигәс, ҡайһылай йәтеш булды әле, мин дә шул яҡҡа, тип ҡыуанысын белдерҙе.

Һөйләшеп киттек. Ҡатын Өфөлә эшләүе, бер ул үҫтереү хаҡында әйтте.

– Улығыҙ ҡайҙа эшләй? – тип һорағас, ауыр һулап:

– Эшләмәй шул, – тине.

Бер аҙ барғас, юлдашым көрһөнөп һөйләй башланы:

– Эй, туғаным, уйлайым-уйлайым да, ул баланы ниңә таптым икән, тим. Ҡыҙ бала булһа, был тиклем толланмаҫ инем дә. Тамам аптыратты бит.
Ҡатындың был һүҙҙәренән йөрәгем жыу итеп ҡалды. Бер бөртөк балаһын тапҡанға ла үкенһен әле!

– Ниңә улай тип әйтәһегеҙ? – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

– Аптырғандан әйтәм инде. Тамам йонсотто бит. Бына мин, пенсияға сыҡһам да, эшләп йөрөйөм. Ауылдан килеп, эшләп фатир алдым. Ә ул әҙер тормоштоң ҡәҙерен белмәй. Йә, үҙен түләп институтта уҡыттым бит әле. Яҡшы уҡыу менәнме ни, елкәһе йоҡа булғас. Күптән түгел 31 йәш тулды, ә уның һаман эшләгән урыны юҡ. Өйҙә компьютерҙан уйнауҙан башҡаны белмәй. Тамағын туйҙы ла компьютерға текәлә. Эсеп тә ала. Шуға нисек йәнең көймәҫ. Асыуымдан бер тин аҡса ҡалдырмай ауылға ҡайттым да киттем әле бына.
– Ирегеҙ юҡмы ни?
– Бар ине, айырылыштыҡ. Ул да шул ялҡау бер әҙәм ине, йүнләп эшләмәне, ҡайҙалыр урынлашһа ла, тәүге хеҙмәт хаҡына ғына түҙҙе. Унан эсә башлай, ә ундай кеше ҡайҙа кәрәк? Ҡыуалар. Шул тип хатта ауырыу әсәйем янына ла ҡайта алмай торғайным. Өйҙән бөтә әйберҙе сығарып һата, хатта ярмаларымды ла осора ине. Бер ауылдан килһәм, телевизор юҡ. Кемгәлер һатып ебәргән. Ҡайҙа иттең, тип һораһам, үҙемде туҡмай башламаһынмы! Бүтәнсә түҙер әмәлем ҡалмағас, айырылдым. Шулай итеп, баламды бер үҙемә генә үҫтерергә тура килде. Ярай ҙа ул ирҙән айырылып ҡотолоп була, ә баланан айырылып булмай икән шул. Йә, тәрбиәләү ҙә атаһы ҡатнашмаһа ла, һуйған да ҡаплаған шул бит әле. Елкәһе йоҡа. Улай ғынамы әле, уныһы ла эсергә әүәҫ.
– Ирегеҙҙе ялҡау, эскесе тинегеҙ. Кейәүгә сыҡҡанға тиклем шундай икәнлеген белмәнегеҙме ни?
– Эй, йәш саҡта иҫәр булаһың бит. Ул башҡа райондан, мин бүтән. Өйләнгән ваҡытта арыу ғына эшләп йөрөгән һымаҡ ине. Кешене асып ҡарарға ҡарбуҙ түгел дә бит. Нәҫеле менән ялҡауҙар икәнлеген һуңынан ғына белдем. Ауылға ҡайтһаҡ, әсәһе менән бергә ултырып эсәләр ине...
Ҡатын юл буйына һөйләне лә һөйләне. Әсәһенең мәрхүмә булыуына шаҡтай ғүмер үткән. Әле атаһы ауылда яңғыҙы ғына ғүмер кисерә. Йыш ҡына ҡайтып, өҫ-башын йыуып, донъя-тирәһен йыйыштырып китә икән. Юлдашымды атаһының йортона уҡ алып барып ҡуйҙым. Ҡупшы, иркен өй бында эшсән кешеләр ғүмере кисереүе хаҡында һөйләй ине. Һаубуллашып юлымды дауам иттем.
Ҡатындың ”Нимә тип кенә шул баланы таптым икән?” тигән һүҙҙәре уйымдан сыҡманы...https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ul-balani-ni--taptim-ik-n-14236/
Читайте нас: