Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2019, 22:15

Тағы ла бер "һөт кухня"һы асылды

Башҡортостан Республикаһы етәкселеге тарафынан республикала “һөт кухня”ларын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Башҡортостанда өс йәшкә тиклем 150 меңдән ашыу бала бар, шуның 26 меңе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм бушлай һөт продукцияһы алырға хоҡуҡлы.

Быға тиклем һөт кухняһы тик Өфөлә генә бар ине.1 июлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер һөт кухняһы эшләй башланы.

Һәм бына 20 ноябрҙә Октябрьский ҡалаһында тағы бер заманса етештереү үҙәге асылды. Ул санитар нормалары һәм ҡағиҙә талаптарына ярашлы, продукция сифатына гарантия бирә. Бында һөт, эремсек, йогурт, кефир етештерәләр. Тиҙҙән ассортимент һаны 12-гә етәсәк. Бындағы һөт кухняһы яҡын-тирәләге алты райондан 1,2 мең баланы һөт продукттары менән тәьмин итә ала.

2020 йылдың 1 ғинуарынан республикала льготалы категорияға ҡараған балалар һөт продукттары менән бушлай тәьмин ителәсәк.
Читайте нас: