Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2019, 19:05

Спиртлы эсемлектәр менән ағыуланғандар

Башҡортостанда йыл башынан алып алкоголле эсемлектән ағыуланыуҙан 151 кешенең ғүмере өҙөлгән. Өфөлә генә ошондай 30 осраҡ теркәлгән.

Быйыл 10 ай эсендә 10 бала спиртлы аҙыҡ-түлектән ағыуланған. Улар араһында 8 йәше лә тулмаған ике бәлиғ булмаған бала ла бар.
Шулай уҡ йыл башынан алып республикала наркотик матдә менән ағыуланыуҙың 79 осрағы теркәлгән. Шуларҙың 33-ө үлемгә килтергән.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Spirtli-esemlekt-r-men-n-a-iulan-andar-14833/
Читайте нас: