2020 йылда Башҡортостандың дөйөм килем күләме 194 миллиард һумға етергә тейеш, сығымдар күберәк – 216 миллиард һум тәшкил итә. Ҡаҙнаны тулыландырыу сығанаҡтары шул уҡ ҡала – һалымдар, акциздар, дәүләт мөлкәтен ҡулланыуҙан килгән аҡса. Депутаттар билдәләүенсә, бюджеттың етмеш проценты социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә йүнәлтелә. Милли иҡтисад, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә иғтибар юғары. Мәғариф тармағын үҫтереүгә генә 52 миллиард һум тотоноласаҡ. Әйтәйек, был сумманың күп өлөшө яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлөшөнә, үҫеш нөктәләре, һанлы белем биреү мөхите булдырыуға йүнәлтеләсәк.
Республика бюджеты тураһындағы закон проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышында тәүге уҡыуҙа ҡараласаҡ. Депутаттар йәмәғәт тыңлауҙары һөҙөмтәләрен иҫәпкә аласаҡ. Әйткәндәй, алдағы ике көндә һәр кем үҙенең тәҡдимдәрен экранда күрһәтелгән электрон адрес аша ебәрә ала. Финанс документ эстәлеге менән парламенттың һәм Башҡортостандың Финанс министрлығы рәсми сайттарында танышырға була. Йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашыусылар билдәләүенсә, киләһе йылдарға иҫәпләнгән бюджет, тәү сиратта, социаль йүнәлешле, йәғни халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән булыуы менән камил.