Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2019, 19:45

Хәйбулла районы башлығы киткән

Хәйбулла районы башлығы Раил Ибраһимов үҙ теләге менән вазифаһын бушатыуға ғариза яҙған. Быны ул ҡыйбат хаҡҡа сифатһыҙ материалдарҙан автобус туҡталыштары урынлаштырыу факттары асыҡланғандан һуң ҡылған тип хәбәр итә республика башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Сифатһыҙ туҡталыштар менән бәйле хәл "Инцидент-менеджмент" программаһына эләккән һәм быға Радий Хәбиров иғтибар биреп, Контроль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә килеп тыуған хәлгә аныҡлыҡ бирергә һораған.
Бер павильондың хаҡы смета буйынса 96 мең һумға яҡын булып сыҡҡан. Был иһә ысынбарлыҡтан ике тапҡырға арта. Барлығы 10 туҡталыш урынлаштырылған, бюджетҡа 500 мең тирәһе һумға зыян килгән, Материалдар хоҡуҡ һаҡлаусыларға тапшырылған..

Бөгөн, 20 ноябрь кисендә Хәйбулла районы муниципалитеты Советы ултырышы үтәсәк, унда район етәксеһе отставкаһын ҡабул итеү һорауы ҡараласаҡ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/H-ybulla-rayoni-bashli-i-kitk-n-14757/
Читайте нас: