Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2019, 19:20

"Беренсе"ләрҙең гимназияһы 75 йыллығын билдәләй

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Беренсе вице-премьер Андрей Назаров Башҡортостан хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйҙы.

22 ноябрҙә баш ҡаланың "Торатау" Конгресс-холында юбилейға арналған тантаналы байрам концерты буласаҡ. Сараға әҙерләнеү һәм уны үткәреү өсөн хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкселегендә ойоштороу комитеты булдырылды.
Ойоштороу комитетына тантаналы сараға әҙерләнеү, уны уҙғарыу буйынса программа әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.
БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы тантананы матбуғатта яҡтыртырға, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сараны уҙғарыу осоронда хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтергә тейеш.
Ҡунаҡтарҙы - уҡытыусы-ветерандарҙы, мәктәп-интернатты төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусыларын теркәү төштән һуң сәғәт 2-лә башлана. Сәғәт 4-тә - байрам концерты.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Berense-l-r-e-gimnaziya-i-75-yilli-in-bild-l-y-14771/
Читайте нас: