Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2019, 10:55

Белорет районы хакимиәтендә тәүге тапҡыр башҡорт телендә ултырыш үтте

Сарала ҡаланың төрлө ойошма, учреждение етәкселәре, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Ултырышта район һәм ҡалала социаль проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы ҡаралды, "Айыҡ ауыл" конкурсына йомғаҡ яһалды, Яңы йыл байрамдарын эскеһеҙ үткәреү мәсьәләләре күтәрелде.

Республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеү өсөн рәсми ултырыштарҙа туған телдә сығыш яһарға тәҡдим итте. Район һәм ҡалаларҙа был башланғысты күтәреп алдылар һәм айырым ултырыштарҙа башҡортса сығыштар була.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: