Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2019, 19:30

Балтас районының Тушҡыр ауылында үҙәк һыу үткәреү системаһы сафҡа инде

«Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» программаһына ярашлы, Тушҡыр ауылында үҙәк һыу системаһы файҙаланыуға тапшырылды.

Ауылда 300-ҙән ашыу кеше йәшәй, бөгөн һыу системаһына 45 йорт тоташтырылған. Әле теләк белдереүсенең йорттарын тоташтырыу эштәре башҡарыла. Крандан аҡҡан һыу сифаты юғары, тип белдерә белгестәр. Һыу башняһындағы насос сәғәтенә ете кубометр һыу ҡыуыу ҡеүәтенә эйә.
Әйткәндәй, хәүефһеҙлекте лә күҙ уңынан ысҡындырмағандар: ауылда янғын сыҡҡан осраҡта, подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре төрлө урында гидранттар ҙа урынлаштырған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Baltas-rayonini-Tush-ir-auilinda--k-iu-tk-re-sistema-i-saf-a-inde-14636/
Читайте нас: