Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2019, 20:00

Совет майҙанында ер аҫты парковкаһы булмаясаҡмы?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанындағы ер аҫтында машиналар ҡуйыу урынын төҙөүҙән баш тартты. был хаҡта ул "Төҙөлөш сәғәте"ндә белдерҙе. Осрашыуҙа ҡала үҙәгендә роботлаштырылған күп кимәлле паркингтар төҙөү тураһында тема ҡуҙғатылды.

"ПСК-6" компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Андрей Носков һүҙҙәренсә, заманса парковкалар буйынса юл картаһында алты урын күрһәтелгән. Уларҙы эшҡыуар офистар менән бергә төҙөргә ниәтләй.
Мәҫәлән, Крупская, Достоевский, Маркс, Туҡай урамдары киҫелешендә, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһы янында, Октябрь проспекты менән СССР-ҙың 50 йыллығы урамы киҫешкән кварталда, Милли музей артында күп кимәлле паркингтар булыуы ихтимал. тағы ла Совет майҙанында төҙөргә теләйҙәр.
Әммә был урындағы паркинг менән Радий Хәбиров риза булманы. Беләһегеҙ, майҙанда генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.
- Майҙанды беҙ әһәмиәтле мәҙәни һәм ижтимағи урын итеп күрәбеҙ, ә парковка булғанда автомобилдәр бер туҡтауһыҙ инеп-сығып йөрөйәсәк. был аураны боҙасаҡ, - тине Радий Фәрит улы.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Sovet-may-aninda-er-a-ti-parkovka-i-bulmayasa-mi-14111/
Читайте нас: