Бәләбәйҙән бер ир менән тап шундай хәл була. Район прокуратураһы уның наркологта иҫәптә тороуын асыҡлай. Был иһә автомобиль менән идара итеү мөмкинлеген сикләй. Әммә шуға ҡарамаҫтан, былтыр ул медицина тикшереүе үтеп, водитель танытмаһы алыуға ирешә. Әммә ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай, прокуратура дәғүә менән судҡа мөрәжәғәт итә. Суд улар менән килешә һәм водитель танытмаһын ғәмәлдән сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә, сөнки бындай диагноз менән автомобиль йөрөтөү юлдағы башҡа кешеләр өсөн хәүефле.