Шуны әйтергә кәрәк, Күндерәк халҡы район гәзитенә яҙыла, уны яратып уҡый, һәр яңы номерҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала һәм ҡулға тотоу менән башынан аҙағына тиклем ентекләп уҡып сыға. “Мин ғүмерем буйы матбуғатҡа тоғро ҡалдым. Үҙемде белә-белгәндән алып район гәзитен алдырам. Хат ташыусыны көтөп алабыҙ. Әгәр уны килгәс тә уҡымаһам, әллә нимә етмәгән кеүек. Сөнки Башҡортостанда йәшәп тә, үҙ гәзитеңде алдырмаһаң, был һис тә дөрөҫ түгел”, тигән гәзит уҡыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Күндерәк ауылынан Байғужин Азамат, Галаева Мария, Петрова Анна, Рахманғолова Маһинур, Илмәтова Гөлсинә район гәзитен элек-электән алдыра.
Гәзит уҡыу - белемде арттырыу, тигән һүҙ, сөнки баҫманан бик күп мәғлүмәт алып була. Шуныһы үкенесле: бәғзеләр бер баҫмаға ла яҙылмай йәки уның менән ҡыҙыҡһынып бармай.
Беҙҙең баҫмала республика тормошондағы тарихи ваҡиғалар, донъя, төбәк һәм район яңылыҡтары донъя күрә, шулай уҡ заман үҙенсәлектәре дөрөҫ яҡтыртыла. Һуңғы осорҙа гәзиттә яңы рубрикалар ҙа барлыҡҡа килде. Көнүҙәк проблемалар күтәрелә. Шулай уҡ һеҙ үҙ тәҡдимдәрегеҙҙе лә гәзит редакцияһына хат аша яҙып еткерә алаһығыҙ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, кешегә рухи аҙыҡ бик кәрәк, шуға күрә бергә булдыҡ һәм бергә ҡалайыҡ. Ә “Стәрлебаш шишмәләре” гәзите коллективы ошо йүнәлештә бар көсөн һала.