Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2019, 22:45

Музейҙар йәшәргә тейеш!

18-22 ноябрҙә Өфөлә Иҙел буйы федераль округы музейҙары өсөн “Рәсәй Федерацияһы музей фондының һаҡлығын тәьмин итеүҙең актуаль проблемалары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли семинары үтә.

Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина мәҙәниәтте һаҡлауҙа өлөш индергәндәре өсөн йыйылыусыларға рәхмәт әйтеп, музейҙарҙың үҫешергә тейешлеген билдәләне һәм семинарҙа һәр кем үҙенә фәһем аласағына өмөт белдерҙе, республика Хөкүмәте исеменән сәләмләү һүҙҙәре еткерҙе.

Мәскәү ҡунағы - Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Музейҙар департаменты директоры урынбаҫары Наталия Чечель Башҡортостандың музейҙар эшмәкәрлеге буйынса илдә лидерҙар иҫәбенә инеүен дә иҫкә алды.

Семинарҙа музейҙар буйынса күҙәтеү, уларҙың милли проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлектәре, норматив-хоҡуҡ базаһындағы үҙгәрештәр һәм башҡа күп темаларға сығыштар яһалды. Белгестәр музей хеҙмәткәрҙәрен борсоған һорауҙарға яуап бирҙе, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, видеофильм күрһәтелде.

Республика баҫмаларынан.

Читайте нас: