Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2019, 19:55

Ә һеҙҙең урамда ҡар көрәйҙәрме?

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы, халыҡса әйткәндә, баш ҡала мэры, Өлфәт Мостафин үҙенең "Бәйләнештә"ге рәсми сәхифәһендә ҡыш етеүгә бәйле хәбәр яҙҙы.

"Ҡыш үҙ бурысын атҡара башланы. Бөгөн көндөҙ ҡар таҙартыуға һәм ҡала буйлап боҙлауыҡҡа ҡаршы материал һибергә 300 берәмек техника, 280 эшсе сыҡты. Эш һәр йүнәлеш буйынса бара. Быйыл да техниканы яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Декабрь аҙағынаса ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыуға алты автовышка алынасаҡ, ә 2020 йыл башында юлдарҙа эшләү өсөн 30 берәмек яңы коммуналь техника сығасаҡ.
Хөрмәтле ҡала халҡы, иғтибарлы булығыҙ! Төндә температураның түбән төшөүе күҙаллана".
Эйе, йәмәғәт, ысын ҡыш ҡапҡа төбөндә генә. Был миҙгелде бәлә-ҡазаһыҙ, имен-һау үткәрергә яҙһын.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/e-e-uramda-ar-k-r-y-rme-14145/
Читайте нас: