Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2019, 20:10

Башҡортостан шашкасалары донъя кубогын яуланы

Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогы этаптары һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан шашкасалары Тамара Таңсыҡҡужина менән Александр Георгиев еңеүсе булып, төп призды яуланылар.

Яңыраҡ уҙған сираттағы этапта ун тапҡыр донъя чемпионы Георгиев хәл иткес уйында дүрт тапҡыр донъя чемпионы Анатолий Ганваргты алдырып, дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса ҡыуып етмәҫлек һөҙөмтәгә өлгәште.
Ә инде Тамара Таңсыҡҡужина алдан уҡ еңеүсе булып танылды. Алты тапҡыр донъя чемпионы иҫәбендә 535 мәрәй.
Ошо уҙған этапта икенсе бер яҡташыбыҙ Айгөл Иҙрисова өсөнсө урын яулап, дөйөм этап һөҙөмтәһе буйынса дүртенсе урынға сыҡты.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostan-shashkasalari-donya-kubogin-yaulani-13988/
Читайте нас: