Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2019, 15:25

Урман хужалыҡтары яңы техника менән тулыланды

Быйыл БР Урман хужалығы министрлығы «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә урман хужалыҡтарына 76 техника һәм 170 янғын һүндереү һәм урман хужалығы ҡорамалы, 230 млн һумлыҡ инвентарь алған.

Күптән түгел 16 урман хужалығына тағы ла 30 техника, 136 берәмек трактор, урман ташыусы ауыр йөк автомобилдәре, янғын һүндереү техникаһы тапшырылды.

Урман хужалығы һәм урман янғындарында ҡулланылған техниканы яңыртыу эш һөҙөмтәлелеген арттырырға ғына түгел, йәш белгестәрҙе лә был тармаҡҡа йәлеп итергә мөмкинлек бирә.

2024 йылға ҡырҡылған урмандар һәм ултыртылып юҡҡа сыҡҡан үҫентеләр тулыһынса тергеҙелергә тейеш. Быйыл беҙҙең республикала 14 мең гектар ерҙә ағас ултыртылған.

Әйткәндәй, беҙҙең төбәк «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә төбәктәргә бүленгән аҡсаны үҙләштереү, урман хужалыҡтарының техник базаһын нығытыу буйынса лидерҙар рәтендә килә.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Urman-hugali-tari-ya-i-tehnika-men-n-tulilandi-12848/

Читайте нас: