Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2019, 11:30

Фатима Мостафина эҙҙәре буйлап

Киләһе йыл Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй - ярты быуат элек Өфөлә беренсе ҡала башҡорт мәктәбе асыла.

Хәбәр итеүебеҙсә, 15-16 ноябрҙә Һамар өлкәһендә Башҡортостан мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған сарала "Фатима Мостафина эҙҙәре буйлап" проектын тормошҡа ашырып, 20-се башҡорт гимназияһы коллективы ла ҡатнашты.


Улар Фатима Мостафинаның тыуған ауылы Диңгеҙбайҙа, шулай уҡ Ырғыҙҙа балалар, уҡытыусылар, шәхестең замандаштары, башҡорт йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән осрашты. Сара барышында Һамар өлкәһенең башҡорт ауылдарында халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, уҡытыусыларға мәғариф майҙансыҡтарында Башҡортостандан килгән тәжрибәле педагогтар асыҡ дәрестәр күрһәтте, фекер алышыуҙар ойошторолдо.


Гимназия юбилейына әҙерлектең бер этабы булған был сәфәрҙә гимназия етәксеһе Зѳлфиә Ғәлийәнова, директор урынбаҫары Марат Ғилманов, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары - Эльмира Хәсәнова, музей етәксеһе Әлфирә Әхмәтова ҡатнашты.


Билдәле булыуынса, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә Башҡортостан мәғарифы һәм мәҙәниәте көндәре республика Башлығы грантына ойошторола.

"Башҡортостан" гәзитенән.


Читайте нас: