Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 17:25

Бар матурлыҡ ерҙә – әсәләрҙән!

“Ауыҙ һыуҡайы ла бал икән – йөрәк ярып сыҡҡан бала икән...” – тип яҙған шағир. Ысынлап та, әсә өсөн Ер йөҙөндә балаһынан да ғәзиз, ҡәҙерле зат юҡ. Бик һирәк, тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килгән тайпылыштарҙы һанамағанда, һәр әсә сабыйын оло шатлыҡ хисе менән ҡулына ала. Әгәр инде балаларың күмәк булһа, тимәк, ҡыуанысың да ишле. Бына шундай оло шатлыҡҡа эйә 47 бәхетле әсәй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров ҡулынан юғары награда – “Әсәлек даны” миҙалы алып һөйөндө.

Читайте нас: