Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2019, 11:30

Санкт-Петербургта башҡорт рухы йәшәй

Алыҫ Санкт-Петербургтың һәр мөйөшө тарих һаҡлай. Блокадалағы Ленинградты азат итеүҙә меңдәрсә ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны тамған. Өс быуат элек яҡташыбыҙ Исмәғил Тасимов батшаларҙан рөхсәт алып таусылар әҙерләү маҡсатында бында уҡыу йорто асыуға ирешкән. Үткәндәребеҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә уртаҡ. Санкт-Петербург Тау университетында Башҡортостан йәштәре белем алыуы ла осраҡлы түгел. Меңәр саҡырым алыҫлыҡта ятыусы ике төбәк араһында бәйләнеш ептәре ныҡ. Ул ептәрҙең өҙөлмәүе, быуаттар ауазы тау сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йортонда ҡурай моңдарында ла яңғыраны.

Илдең төнъяҡ баш ҡалаһында республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәренең төп саралары Исмәғил Тасимовҡа арнап ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә гөлләмәләре һалыуҙан башланды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы яҡташтарыбыҙға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Профориентация, һөнәри белем биреүҙә алдынғы методтар тураһында һөйләшеү артабан Һанлы технологиялар академияһында дауам итте. Уҡыу йорто ике йыл элек кенә асылған. Бында заманса технологиялар ярҙамында бюджет нигеҙендә өҫтәмә белем биреү ойошторолған. Өс меңдән ашыу уҡыусы цифрлы формат тормошо өсөн әҙерлек үтә.

Ә өлкәнерәктәр иһә тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыу һәм уны йәш быуынға еткереү менән яна. «Дуҫлыҡ йорто»ноң бер мөйөшөндә булһа ла яҡташтарыбыҙ Башҡорт мәҙәниәте музейы асҡан. Унда экспонаттар туплау ойошторолған. Башҡорт халҡының көнкүрешен сағылдырған элекке һауыт-һаба һәм башҡа тарихи әйберҙәре булһа уны һәр кем музейға тапшыра ала. Милли кейемдәр, биҙәүестәр яһау шөғөлөнә Сибай ҡалаһынан күсеп килгән Илүзә Йосопова өйрәтә.

Миллилекте һаҡлап йәшәүселәр утыҙ йыл элек ойошторолған «Ирәндек» башҡорт фольклор ансамбленә йөрөй. Ижади төркөм репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре. Улар Санкт-Петербургта үткән саралар һәм һабантуйҙар, байрамдар биҙәге.

Балаларға «Тамыр» телеканалының әкиәттәр яҙылған дисктары бүләк ителде.Тыуған тамырҙарҙы һаҡлау һәр кемдең үҙ ҡулында икәнлеген аңлаған ата-әсәйҙәр халҡыбыҙ йыр-бейеүҙәрен балаларға үҙҙәре өйрәтә. Кескәйҙәр төркөмө аҙнаһына бер-ике тапҡыр йыйыла, аралаша, сөнки тап мөхит ошо ҡиммәттәрҙе юғалтмауҙа мөһим урын алып тора.

Башҡортостан мәғариф министрлығы тарафынан туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программалары ярҙамында булдырылған бер нисә интерактив проект бар. Ул башҡорт телен өйрәнеү буйынса «Туған тел илселәре» һәм интернетта онлайн дәрестәр. Санкт- Петербургта йәкшәмбе мәктәбе эшләп килә һәм ошо ресурстарҙы ҡулланып эшләргә өйрәтелде.

Йәштәр социаль проекттарҙа ҡатнашыу тураһында һөйләште. Респулика һәм ил кимәлендә гранттар отоу һәм уларҙы ҡулланыу юлдары ҡаралды.

Башҡортостан көндәре дауамында Тәнзилә Үҙәнбаева вокал буйынса , ә төрлө кимәлдәге конкурстар лауреаты Айназ Низаметдинов ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнергә теләүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Башҡортостандан яҡташтарыбыҙға бөтә донъя башҡорттары флагы, милли кейемдәр, ҡурай һәм ҡумыҙҙар,башҡорт балы тапшырылды. Бүләк костюмдарҙы кейеп улар концертта сығыш яһаны, аҙна дауамында алған оҫталыҡ дәрестәре һөҙөмтәләрен дә күрһәтә алды.

Кис яҡташтарыбыҙға билдәле режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» фильмы күрһәтелһә, тантаналы сараларҙы йомғаҡлау концертында Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө дәртле йырҙары менән һәр кемдең йөрәгендә ут ҡабыҙҙы.

Санкт-Петербургта 140 -ҡа яҡын милләт вәкиле йәшәй. Берҙәмлек, дуҫлыҡ өлкәләге Юнтолов ауылы эргәһендә ойошторолған һабантуйҙарҙа, ә шанлы йылдар тураһындағы хәтирәләр иң мөһим байрамда ла сағылыш таба.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһын республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ һәр ваҡыт көтөп ҡала. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы булдырылған был проект төбәк башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Рәмилә Исмәғилева.
Читайте нас: