Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ноябрь 2019, 18:10

Кешелек беренсе донъя һуғышы тамамланыу көнөн билдәләй

1914 йылдың 28 июлендә башланған һуғыш 1918 йылдың 11 ноябрендә Германияның капитуляцияһы менән тамамлана. 4 йылдан ашыу барған һуғышта төрлө дәүләттәрҙән 10 миллион кеше һәләк була, 22 миллионы йәрәхәтләнә.

Хәҙерге Башҡортостан биләмәләренән - Өфө һәм Ырымбур губернияларынан 480 мең ир-егет һуғышҡа алына, беҙгә 60 мең ҡасаҡ килеп һыйына. Башҡа дәүләттәрҙән айырмалы, Рәсәйҙә беренсе донъя һуғышы ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип 1 август билдәләнгән.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: