Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 12:17

Уңайлы ла, кәрәкле лә

“Хәҙер төрлө банктар кредит карталарын тәҡдим итә. Улар кәрәкме? Мәйсәрә Мәүлетдин ҡыҙы.Белорет ҡалаһы”.

– Кредит карталары күптән ҙур һорау менән файҙалана. Әйткәндәй, беренсе тапҡыр 1914 йылда ҙур нефть компанияһы даими һәм ышаныслы партнерҙарын берләштереү өсөн иҫәпте ошондай карта аша атҡара башлаған. Ул ваҡытта карталар банктан ситтә түләүгә һәләтлелекте иҫбатлау өсөн ҡулланылған. Хәҙер улар бөтөнләй икенсе маҡсатта файҙалана.


Картаның хужаһы тураһындағы мәғлүмәттәр һәм уның балансы банк базаһында һаҡлана, ә уның чип-коды ярҙамында мәғлүмәтте уҡырға мөмкин. Финанс әйләнешендә “VISA” һәм “Master Card” карталары алдынғы урындарҙа. Ә бына туризм өлкәһендә “American Express” системаһы ҙур һорау менән файҙалана.


Кредит картаһы менән тауарҙар, хеҙмәттәр һәм башҡалар өсөн иҫәпләшеү бик уңайлы. Бынан тыш, карта менән банкомат һәм терминалда ҡулаҡса алырға була.


Фото: yandex.ru
Читайте нас: