Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 12:19

Алдан хәстәрләү зарур

“Миңә – 74 йәш. Вариҫтарым араһында ығы-зығы булмаһын өсөн, васыятнамәне алдан яҙғым килә. Был документты нисек төҙөргә икән?Зәйтүнә Наил ҡыҙы”.

– Рәсәй Гражданлыҡ кодексына ярашлы, һәр кемдең васыятнамә яҙырға хоҡуғы бар. Шулай итеп, теләге булған кеше мөлкәтен йәки күсемһеҙ милкен туғандарына, яҡындарына ҡалдырыу маҡсатында васыятнамә төҙөй ала. Тимәк, һеҙҙең дә ошо процедураны атҡарыу хоҡуғығыҙ бар. Бынан тыш, теләгегеҙ булһа, аҙаҡ ошо васыятнамәне үҙгәртә йәки унан баш тарта алаһығыҙ.


Әйткәндәй, был документ ҡулдан яҙылырға һәм уны нотариус раҫларға тейеш. Ҡайһы бер ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә васыятнамәне дауахананың баш табибы, холоҡ төҙәтеү колонияһы начальнигы, хәрби часть командиры һәм башҡалар раҫлай ала.
Читайте нас: