Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2019, 18:25

"Сибай"ҙы йырлаһам, улым илауҙан туҡтай"

Шәп егеттәр бар бит! Йырсы Дамир Таипов хаҡында әйтеүем. Филармонияла эшләй, "Ҡурай" телеканалында алып барыусы, Өфө дәүләт сәнғәт институтының аспирантураһында белем ала. Ошо көндәрҙә Радий Хәбиров уға республика Башлығы стипендияһы дипломын тапшырҙы.

Дамир Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуып үҫкән. 1 сентябрҙә улы Баязит донъяға килгән.
- Улыма ике ай ғына булһа ла, әле үк йыр-моңға һиҙгер, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша йырсы. – Илаһа, халыҡ йырҙарын йырлап йыуатам. Бигерәк тә "Сибай"ҙы ярата, ошо йырҙы һуҙып ебәрһәм, илауынан шып туҡтай ҙа йылмайып ҡуя.
Бына шундай ғәжәйеп ҡөҙрәткә эйә халыҡ йыры. Ә һеҙ бәләкәстәрегеҙҙе ниндәй көйҙәр менән йыуатаһығыҙ?

Читайте нас: