Советтар Союзы тарҡалғанға тиклем 7 ноябрь илдең төп байрамы булараҡ билдәләнде. Йәмәғәтселектең Октябрь ваҡиғаларына ҡарашы ла төрлөсә. Ил тарихында, Рәсәйҙең артабанғы үҫеш юлын билдәләүҙә революцияның роле ҙур, ти ғалимдар. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев әйтеүенсә, Октябрь революцияһы Башҡортостан өсөн дә эҙһеҙ үтмәгән, ауылдарҙы үҫтереү, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, башҡа йүнәлештәрҙә мөмкинлектәр асыла, башҡорттар илдә тәүгеләрҙән булып автономия ала, үҙ Республикаһын булдыра.