Ошо көндәрҙә генә Нуриман районында өс бала боҙ аҫтына төшөп китте, берәүһенең ғүмере өҙөлдө. Борай районы хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге етәксеһе Наил Әхмәтғәлиев әйтеүенсә, һәр ауылда балалар өсөн боҙ майҙансыҡтары төҙөлөргә тейеш, был иһә бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметәсәк.