Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2019, 11:30

Башҡортостанда милли костюм байрамы үтәсәк

Кисә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланған тантаналы йыйылыш булды.

Байрам сараһын республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров асты. Андрей Назаров Хөкүмәт тарафынан яңы байрам – Милли костюмдар көнөн ғәмәлгә ҡуйыу өсөн документтар әҙерләнеүе тураһында һөйләне.


Ул йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнәсәк.


– Беҙҙең республикала 164 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәре бар. Башҡортостан халыҡтарының милли костюмдары байраме ата-бабаларыбыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә тағы бер ҡабат мөрәжәғәт итергә, үҫеп килеүсе быуын араһында әхләҡи ҡиммәттәрҙе алға этәрергә мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләне беренсе вице-премьер.

Республика яңылыҡтарынан.


Читайте нас: