Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ноябрь 2019, 20:11

Был автобуста водитель кәнфит менән һыйлай

Өфө маршруткаларының береһендә ғәжәп итәғәтле водитель барлыҡҡа килгән. Уның нисек хеҙмәтләндергәнен күргән пассажирҙар һоҡланыуҙарын белдереп, фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалған.

Нимәһе менән ғәҙәти түгел был маршруттағы хеҙмәтләндереү? Фотонан күренеүенсә, автобуста иҫәпләшеү өсөн нисек эшләүе тураһында яҙылған контактһыҙ терминал, тинлек өсөн ҡумта һәм бер һауытта кәнфит ҡуйылған.


Күрәһең, водитель пассажирҙарына тулыһынса ышана, һәр береһенән хаҡ һорап ултырмай, ә тыныс ҡына түләп төшкәндәрен көтә. Изге күңелле шоферҙың 266-сы маршрутта эшләгәне билдәле.


Был яңылыҡ теге ваҡыт тинлек аҡса өсөн бер ҡыҙ менән талашып, һуғышыуға тиклем барып етә яҙған водителдең тап киреһен күрһәтә.


Бик яҡшы алым уйлаған әлеге шофер.Тик бындай ысул тәртипле, аңлы кешеләр өсөн генә үтемле кеүек. Шуға күрә водителгә үҙе кеүек үк тәрбиәле, яҡшы күңелле пассажирҙар ғына ултырыуын теләргә ҡала.
Читайте нас: