Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ноябрь 2019, 20:06

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берҙәмлек яҡлы

Берҙәмлек көнө айҡанлы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙған байрамға Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары дәррәү килгән. Улар халҡыбыҙҙың милли орнаменттарын сағылдырған биҙәүестәр тағырға ла онотмаған.

"Халыҡтар дуҫлығы һәр дәүләттең ныҡлы нигеҙе булып тора. Рәсәйҙә халыҡтар дуҫлығын һаҡлауҙа милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаларының өлөшө ҙур. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ла ошондай татыулыҡты нығытыу сараларында йыш ҡатнашып, халыҡ-ара берҙәмлекте нығытыуға тос өлөш индерә.


Рәсәй милләттәр татыулығы менән көслө, ә Башҡортостан уның сағыу өлгөһө булып тора. Республикала100-ҙән ашыу милләт үҙенә һыйыныу тапҡан. Киләсәктә лә ошо милләт-ара татыулыҡты һаҡлап, берҙәм булып йәшәһәк ине", - ти Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
Читайте нас: