“Район үҙәге буйлап йөрөгәндә күҙемә ҡыйшайып бөткән бер өй салынды, – тип һөйләй Архангел районы хакимиәте башлығы Илшат Әминев. – Ҡыҙыҡһыныу еңде, инеп, йорт хужабикәһе менән таныштым. Яңғыҙаҡ инәйгә Ветерандар йортонда урын тәҡдим иттек, унда барырға теләмәй. Ә күҙҙәрендәге осҡондар йәшәргә ынтылышы хаҡында һөйләй. Йорт төҙөп бирәбеҙ, тигәс, йөҙө яҡтырып китте. Шул саҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башҡорт өмәләрен тергеҙәйек тигән һүҙҙәре иҫкә төштө...”