Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 12:26

«Янғын тураһында хәбәр итеү ҡоролмаһын файҙаланығыҙ, был һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыуы ихтимал», - Радий Хәбиров республика халҡына бына шундай һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендә урындағы властарҙың үлемгә ҡаршы көрәш һөҙөмтәләре тураһында һөйләй. Ул әйтеүенсә, уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, республикала вафат булыусылар һаны 2424 кешегә кәмегән.

Әммә, шуға ҡарамаҫтан, янғындарҙа кешеләрҙең һәләк булыуҙары дауам итә, шул сәбәпле, Хәбиров һәр өйгә автоном янғын тураһында хәбәр итеү ҡоролмаһын ҡуйырға кәрәк, тип иҫәпләй. Бөгөнгө көндә улар 90 мең ҡуйылған. Әлеге ҡоролманың һөҙөмтәле булыуын дәлилләү маҡсатында республика етәксеһе эксперттар биргән мәғлүмәтте килтерә, улар буйынса әлеге ҡоролма ярҙамында 290 мең кеше, шул иҫәптән 126 бала ҡотҡарып ҡалынған.

«Үлемгә ҡаршы көрәш»те дауам итеү маҡсатында Хәбиров янғын тураһында хәбәр итеү ҡоролмаһын бөтә яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарҙың өйҙәренә ҡуйырға тәҡдим итә. Шулай уҡ ул Башҡортостанда янғын хәүефһеҙлеге техникаһының үтәлешен һәр йорт тикшереләсәк, тип белдерелә. «Хәбәр итеү ҡоролмаһы - бик һөҙөмтәле. Пенсионерҙар, айырыуса яңғыҙ йәшәгәндәр хәүеф төркөмөнә инә. Шуға күрә ҡоролмалар һанын 200 меңгә тиклем еткерәсәкбеҙ. Уларҙан файҙаланығыҙ, был һеҙҙең ғүмерегеҙҙе ҡотҡарып ҡалыуы ихтималн...», - тип мөрәжәғәт итте республика Башлығы төбәк халҡына.

Ағымдағы йылдың 1 авгусынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР Дәүләт комитеты янғынға ҡаршы көрәш хеҙмәтендә Янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге эшләй башланы. Уларҙың төп бурысы - янғындарҙы иҫкәртеү.

Уҙған аҙнала Үҙәк инженерҙары Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәте вәкиле менән берлектә Стәрлебаш ауылында 55 йәштәге һәм унан өлкәнерәк яңғыҙ йәшәгән граждандарҙың өйҙәренә барҙы. Владимир Гаврилов (һүрәттә) һәм Лиана Төхвәтуллина уларға янғын тураһында хәбәр итеү ҡоролмаларын урынлаштырып, аңлатыу эштәре үткәрҙе. Әлеге ҡоролманы алыу һәм ҡуйҙырыу хоҡуғына шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр һәм социаль яҡтан хәүефле хәлдә булған балалы ғаиләләр эйә. Янғын тураһында хәбәр итеү ҡоролмаһын алыу өсөн Стәрлебаш ауыл биләмәһе хакимиәтенең 6 һанлы кабинетында ғариза ҡалдырырға йәки 2-16-96 телефоны аша мәғлүмәт алырға мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡоролманы урынлаштырыу фажиғәгә юл ҡуймайынса, һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге бирә!

Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: