Уның яҡшы етештереү күрһәткестәре тураһында белеп, һәр саҡ уның өсөн шатлана. Ысынлап та, арыу-талыу белмәҫ эшһөйәр кеше. Әйткәндәй, уның үҙенең дә хәтирәләре, уй-фекерҙәре аҙ түгел. Уның бөтә хеҙмәт юлы баҫыу менән бәйле. Хеҙмәттә күпме ауыр көндәр һәм төндәр үтә уның. Эшен һәйбәт башҡарғанда бик һөйөнә ул. Ә бындай осраҡтар йыш була. Эшкә һәләтлелек уның өсөн ғәҙәти.
Уның хеҙмәт биографияһы автомашина водителе булып армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң башлана. Өс йыл «Сельхозтехника» район берләшмәһендә эшләй. Арттабан тыуған Йомағужа ауылына бөтөнләйгә ҡайтырға ҡарар итә. Механизатор белгеслеген үҙләштерә һәм шул саҡтан алып - Ленин исемендәге колхозда (хәҙер ауыл хужалығы етештереү кооперативы) эшләй.
Уға ҡарап шундай тәьҫорат тыуа, Сәмерхан тормошта һәр ваҡыт үҙ эше өсөн ғорурлыҡ хисе кисереп йәшәй кеүек. Өҫтәүенә - ул үҙ эшенең оҫтаһы, бик кәрәкле кеше. Яҙғы баҙыу эштәре һөҙөмтәләре, тотош йыллыҡ йомғаҡтар буйынса ла район бейеклегенә күтәрелде ул.
Механизатор эше ниндәй булыуын барыбыҙ ҙа күҙ алдына килтерә. Әммә тормош иптәше Земфира Сәмерхандың эшем ауыр тип зарланыуын бер ҙә хәтерләмәй. Ниңә зарланһын инде: һөрөүсе, сәсеүсе - бөйөк һөнәрҙәрҙең береһе.
1987 йылда уға К-700 тракторы бирәләр. Ул яңы булмай. Оҙаҡ һәм бик яҡшы хеҙмәт итә. Ә бөгөнгө уның К-701 тракторына - 20 йыл. Бик ҙур срок. Әммә оҫта ҡулдарҙа ул ышаныслы эшләүен дауам итә. Ҡышын урындағы оҫтаханала бер аҙ ремонтлағас - йәнә баҫыуға.
Ағымдағы йылдың апрелендә Сәмерхан Хәлит улына 60 йәш тулды. Юбилейҙан һуң бер нисә көндән ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе Юрис Синәғолов уның менән әңгәмә башлай.
- Киләсәккә пландарың ниндәй? - тип ҡыҙыҡһына ул. - Эшләүеңде дауам итергә уйлайһыңмы?
- Әлбиттә, - тип яуап бирә Иҫәнбәтов. - Башҡа уйҙар әлегә юҡ.
Һуңынан бер ваҡыт билдәле механизатор Миңнулла Вилданов:
- Минең юлдан барырға теләйһеңме? - тип һорай йылмайып.
- Тырышырмын, - ти Иҫәнбәтов.
Вилдановҡа 66 йәш. Әммә хужалыҡта эшләүен дауам итә.
Дөйөм алғанда икеһе лә, әйткәндәй, механизатор йәше һәм тракторҙа эшләү стажы буйынса бөгөн районда беренсе өсәү иҫәбендә. Уларҙан алда «ТОЛПАР» йәмғиәтенән (Буҙат ауылы) 68 йәшлек Рафаил Хәбибрахманов ҡына тора.
Сәмерхан Хәлит улы хәҙер ҙә хеҙмәт принциптарына тоғро ҡалған. Сәсеү мәлендә һәйбәт эшләгән. Артабан мал аҙығы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡан - КСК-100 агрегаты менән күп йыллыҡ үләндәрҙе бесәнгә сапҡан. Августа ужым арышын яҫмаларға һалған. Артабан - йәнә сәсеү. Ужым культуралары биләгән 1100 гектарҙың 800 гектарын Иҫәнбәтов сәскән.
Уның ике улы вахта ысулы менән Себерҙә эшләй. Әммә йәйен килешеү буйынса ауыл эштәре менән мәшғүл. Азамат әле атаһына ярҙам иткән. Рәил рәйес үтенесе буйынса «Палессе» комбайнын алып, икмәк һуҡҡан.
Ә Сәмерхан Хәлит улы тағы 550 гектар ерҙе туңға һөргән.
Ул үҙе ҡаҙаныштарына тыныс ҡарай: йәнәһе лә бында бер ниндәй ғәжәпләнерлек әйбер юҡ, эшләйем, тырышам, ти.
Ысынлап та, оло һәм ныҡышмалы оҫтаға хас сифат.
Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фото БР Башлығы сайтынан алынды.
Тырыш хеҙмәте өсөн республика Башлығы ҡулынан алған Маҡтау грамотаһы.