Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2019, 16:40

Яңы хөкүмәттә тәүге кәңәшмә үтте

Ҡуйылған бурыс еңел түгел, әммә уны мотлаҡ үтәргә кәрәк. Был туралда бөгөн яңы составтағы хөкүмәттең тәүге ултырышында беренсе вице-премьер Андрей Назаров белдерҙе. Кәңәшмә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың «сентябрь указы» үтәлешенә арналды.

Хөкүмәткә Тулайым төбәк продукты күләмен арттырыу, инвестициялар ағымын 270 миллиардттан 500 миллиардҡа , ә халыҡ һанын 4 миллион 100 мең кешегә еткереү бурысы ҡуйыла. 700-ҙән ашыу һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм медицина обьекттарын яңыртыу бурысы ҡуйыла.


Андрей Назаров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары: “Беҙҙең беренсе ултырышыбыҙ үтеү сәбәпле, яңы вазифа тәғәйенләнгән хеҙмәттәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ. Йөкмәтелгән бурыс еңелдән түгел. Яңы команда менән яҡшы һөҙөмтәләргә ирешербеҙ тигән өмөттәмен”.
Читайте нас: