Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2019, 18:28

Улар дәүләт бурыстарын башҡара

Бөгөн “Өфө-Арена”ла “Минең бизнесым” тигән эшҡыуарлыҡ форумы эш башланы. Уның программаһының төп маҡсаты – эшҡыуарҙың ыңғай образын тыуҙырыу, йүнселлеккә ҡарата йәмғиәттә яҡшы ҡарашты нығытыу.

Бер юлы эшҡыуарҙарҙың тәҡдимдәрен йыйыу һәм эш шарттарын яҡшыртыу буйынса йүнәлештәрҙе билдәләү ҙә күҙ уңында тотола. Был йыйын Рәсәйҙең күп ҡалаларында үткәрелгән һәм Өфөнән һуң да дауам итәсәк.

Спорт һарайындағы трибуналарҙың тулы булыуына ҡарағанда, был форум бизнесмендарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Спикерҙар үҙ сығыштарында шәхси эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, кәңәштәр бирҙе.


– Һеҙ дәүләт бурыстарының бер өлөшөн үҙ елкәгеҙгә алаһығыҙ – эш хаҡы бирәһегеҙ, һалым түләйһегеҙ, бының менән ғорурланырға тейешһегеҙ! – тине, стадионда йыйылған йәш эшҡыуарҙарға мөрөжәғәт итеп, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.


Форумды Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм “СИНЕРГИЯ” университеты ойошторған.


Читайте нас: