Йәш дәүләт хеҙмәткәрҙәре форумы беренсе тапҡыр ойошторолдо. Унда илдең төрлө төбәктәренән 400-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Александр Бугаев әйтеүенсә, бөгөн йәштәр дәүләт хеҙмәтенә күберәк килә. Шуға улар өсөн ошондай семинарҙар ҙур әһәмиәткә эйә.