Милек һалымынан граждандарҙың 15 категорияһы азат ителгән. Улар : пенсионерҙар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар, Чернобыль эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар, хәрби хеҙмәткәрҙәр, ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар . Инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар, 18 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк балаһы булған ата-әсәләр торлаҡҡа һалымдан азат ителгән. 2019 йылдан алып пенсия йәше алдындағы граждандар ҙа ташламаларға эйә. Тик бының өсөн һалым инспекцияһына пенсия йәше алдында булыуың тураһында пенсия бүлексәһенән белешмә килтерергә кәрәк.