Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Октябрь 2019, 13:30

АҠСАҺЫҘ ИТТЕ “КӘЛӘШ”

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарына Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының Баймаҡ ҡала филиалының адвокаты Айгөл Мырҙабулатова яуап бирә.(Һаҡмар гәзитенән алынды) Мунсаһы беҙгә төкөгән Күршем яңы мунса төҙә башланы. Мин уның 2-3 метр ара ҡалдырыуын һораным. Ул минең менән килеште. Тик һөҙөмтәлә ул мунсаһын минең ҡоймаға төкөтөп һалып ҡуйҙы. Ә был яҡтан минең мунсам тора. Мин ауыл биләмәһе башлығына ла мөрәжәғәт иттем. Тик һөҙөмтә юҡ. Миңә нимә эшләргә? Айрат. - Объекттар һәм хужалыҡ ҡуралары төҙөлгәндә төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре (Строительные Нормы и Правила – СниП) күҙәтелергә тейеш. Уның талаптарына ярашлы мунсанан ҡоймаға тиклем аралыҡ 1 метрҙы тәшкил итеүе мотлаҡ. Ә мунсанан аҡҡан һыу соҡоро күршенең ҡоймаһынан 3 метр алыҫлыҡта булырға тейеш. Шулай уҡ Баймаҡ ҡала биләмәһе 2018 йылдың 28 ноябрендә ҡабул ителгән һәм Совет тарафынан раҫланған Ерҙе файҙаланыу һәм төҙөлөш ҡағиҙәләренә ярашлы күрше йорттар араһында объекттар төҙөгәндә 1 метр ҡалыуы мотлаҡ. Был бәхәсле хәлде административ рәүештә йәки суд аша хәл итеп була. Әгәр күршегеҙ мунсаһын тейешле аралыҡҡа шылдырыуҙан баш тартһа, һеҙгә судҡа мөрәжәғәт итергә генә ҡала. Ғаризаға янғын хәүефһеҙлеге һәм санитар-техник нормаларҙың боҙолоуы тураһында эксперт һығымтаһын да һалығыҙ.

Эшләмәйем, тей...


Ирем менән бер йыл элек айырылыштыҡ. Шунда уҡ алиментҡа бирҙем. Тик ул айына 300 һум, күңеле килгәндә, 500 һум ғына күсерә. Был аҡса, әлбиттә, етмәй. Баламдың атаһы официаль рәүештә эшһеҙ тип иҫәпләнә, тик мин уның төҙөлөш эштәрендә йөрөп, бик яҡшы аҡса эшләгәнен беләм. Унан нисек тейешле күләмдә алимент түләттерергә?

Ә.Йәнбирҙина.

- РФ Ғаилә кодексы буйынса алимент йә процентлата, йә килешелгән сумма итеп түләнергә тейеш. Ошо уҡ кодекстың 83 - сө статьяһына ярашлы, әгәр алимент түләүсенең эш хаҡы йәки башҡа килеме булмаһа, суд уның ай һайын нисә һум алимент түләргә тейешлеген билдәләй ала. Алимент түләүсенең эш урыны булмаһа һәм ул мәшғүллек үҙәгендә теркәлмәгән булһа, алимент күләме уның һуңғы эш урынындағы эш хаҡына ҡарап билдәләнә. Әгәр был да булмаһа, алимент һеҙ йәшәгән төбәктең (был осраҡта Башҡортостан Республикаһында) уртаса эш хаҡына ҡарап тәғәйенләнә. Шулай уҡ ир һәм ҡатын алименттың күләмен үҙ – ара килешеп билдәләй ала. Был осраҡта алимент түләү килешеүе төҙөлә һәм нотариуста раҫлана. Тимәк, кеше эшләү – эшләмәүенә ҡарамаҫтан, балаға алимент мотлаҡ түләнергә тейеш. Эш хаҡы, башҡа килем тураһындағы мәғлүмәтте йәшергән өсөн административ, енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Һеҙгә алименттың күләмен билдәләү өсөн мировой судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тулыраҡ консультация кәрәк булһа, миңә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.


Аҡсаһыҙ итте “кәләш”


Йөрөгән ҡыҙыма өйләнешергә тәҡдим яһаным. Ул риза булды. Туй көнөн тәғәйенләнек. Минең ата-әсәйем кафеға алдан түләне, мин ҡиммәтле балдаҡтар һатып алдым. Тик туйға бер көн ҡалғас буласаҡ кәләшем миңә кейәүгә сығыуҙан баш тартты, быны икенсе кешегә ғашиҡ булыуы менән аңлатты. Мин уның бер бай егет менән йөрөп китеүен һәм ситкә күсеп китеүен ишеттем. Туй булмаһа ла, минең, ата-әсәйемдең бик күп аҡсаһы китте, әхлаҡи яҡтан да мин тулыһынса юҡҡа сығарылдым. Кешеләр күҙемә төбәп әйтмәһә лә, минән мыҫҡыл иткән кеүек. Мин ул ҡыҙҙы закон яғынан яуапҡа тарттырып, бар аҡсамды ҡайтарттыра аламмы? Әхлаҡи зыянды ла ҡаплаһын ине.

Э.

-Рәсәй ҡануниәте буйынса никахҡа инмәгән граждандар араһында бындай яуаплылыҡ ҡаралмаған. Шуға күрә һеҙгә матди һәм әхлаҡи зыянды ҡайтарыуы мөмкин түгел, туй алдынан ташлап киткән кәләшегеҙҙе бер нисек тә яуапҡа тарттыра алмайһығыҙ. Шуға күрә ғүмерегеҙҙең бер мәле генә булған был күңелһеҙ ваҡиғаны оноторға тырышығыҙ. Тормош дауам итеүен, алда һеҙҙе бәхетле минуттар ҙа көтөүен хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.
Читайте нас: