Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 19:08

Янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламаһы шкафта һаҡланған

Өфөнөң Лев Толстой урамында урынлашҡан күп фатирлы йортта янғын сыға. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, янғынды ауыҙлыҡлағандан һуң, өс бүлмәле фатирҙа 82 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табыла.

Оло йәштәге ҡатындың янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламаһы ла булған, әммә ул ни эшләптер шкафта һаҡланған.


Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы ошо мәсьәләне күтәрҙе.


- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламаларының күбеһе тейешенсә ҡуйылмай. Беҙ приборҙарҙың дөрөҫ урынлаштырылыуын тикшереү буйынса эш алып барабыҙ, - тип аңлатты БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров.
Читайте нас: