Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2019, 19:07

Эш эҙләһәгеҙ – рәхим итегеҙ!

Һеҙ эш эҙләйһегеҙ һәм унда күпме эш хаҡы түләйәсәктәре тураһында ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?

Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә 31 октябрҙә сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятие-ойошмаларының һөнәрҙәр йәрминкәһе үтәсәк. Эш эҙләүселәргә төрлө ойошмалар администратор, водитель, йөк ташыусы, ярымфабрикаттар әҙерләүсе, кассир, менеджер, һауыт-һаба йыуыусы, ашнаҡсы, һатыусы, слесарь, әйбер төрөүсе, электрик һәм башҡа эштәр тәҡдим ителәсәк.

Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультациялар биреү ҡаралған.

Сара Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем ойошторола.http://www.ye02.ru/online/20003-jesh-jelge-rhim-itege.html
Читайте нас: