– Нисек хәлдәрегеҙ? Ниндәй яңылыҡтарығыҙ бар?
– Барыһы ла яҡшы. Ҡайтып ингән юҡ – шул яңылыҡ. Концерттар менән йөрөйбөҙ. Күҙ теймәһен тип ҡурҡам: бөтә ерҙә тулы зал, өҫтәмә концерттар алабыҙ.
– Улығыҙҙы бик һағынаһығыҙҙыр…
– Эйе, бына 11 көн күрмәнем. Гел телефондан яҙышабыҙ, шылтыратышабыҙ. Үҙаллы егет хәҙер. Ышанам үҙенә. Артыҡ борсолмаҫҡа тырышам, сөнки ул училищела уҡыған балалар йәшендә. Беҙ ул ваҡытта ауылдан сығып киткән инек. 16 йәшлек әҙмәүерҙәй егет! Янына иптәшкә, күҙ-ҡолаҡ булып торорға, туғанымды алып килдем.
Улыма барыһын да аңлатып торам. “Әгәр ҙә һин тәртипһеҙләнһәң, мәктәптән берәр шелтә белдерһәләр, мин икенсе көндө үк сәхнәне ташлаясаҡмын. Һәм... тормошобоҙ "ҡыҫыласаҡ"", – тинем. Беҙ уның менән әсә һәм бала кеүек түгел, ә дуҫтарса һөйләшәбеҙ.
– Шәхси тормошоғоҙҙа ниндәй үҙгәрештәр бар?
– Бер ниндәй дә үҙгәреш юҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең уға ваҡытым да юҡ. Бына тиҙҙән ҡунаҡ булараҡ туйға барырға кәрәк, әммә күлдәк барып алырға ла ваҡыт юҡ.
Кемгә кәрәк йылына кәм тигәндә 180 көн өйгә ҡайтып инмәгән ҡатын? Ул кеше: "Булды, туҡтайһың, үҙем ашатам", – тиергә, йә иһә минең графикка түҙергә тейеш...
– Идеалығыҙҙы нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
– Бик көслө, минән дә көслөрәк кеше булырға тейеш. Күҙ ҡарашы менән ҡаҙаҡлап ҡуя торған кеше. Ə уның өсөн мин ул кешене хөрмәт итергә тейеш. Мине туҡмап тота торған тигән түгел, ундайҙы бөтөнләй аңламайым. Берәр нәмә һиҙәм икән, икенсе көндө үк бар нәмәгә нөктә ҡуйыласаҡ.
Авторитет булып, мине тотоп тора торған кеше булырға тейеш. Шул.