Уның яҡты донъяға килеүен бик оҙаҡ көтәләр. Ата-әсәһе өйләнешеп, биш йыл үткәс кенә яҡты донъяға ауаз һала ҡыҙыҡай. Туйҙан һуң атаһын армияға алалар, ә йәш ҡатын уның ата-әсә йортонда ҡала. Йәш килен Мәсүфә иренең ата-әсәһе өсөн үҙ ҡыҙҙарына әүерелә. Ғаилә эшһөйәр була, бөтәһе лә колхозда эшләй. Тимерхан армиянан ҡайтҡас шунда уҡ тракторсы булып эшкә урынлаша. Тәүге ейәнсәренә өлкән ғаилә башлығы Хәкимә тигән һирәк осрай торған исем ҡуша, ул ғәрәп теленән тәржемә иткәндә - аҡыллы тигәнде аңлата. Ата-әсәһенең тормошо тураһында Хәкимә апай айырыуса ҙур йылылыҡ менән иҫкә алды. Бала, үҫмер һәм йәшлек сағы үткән тыуған Ҡуғанаҡбаш ауылы тураһында ла шулай уҡ тулҡынланып һөйләне.
Атаһы Тимерхандың шул ваҡыт өсөн ғәҙәти булмаған мауығыуы була. Ул гипстан бесәй һынында копилкалар эшләй. Үҙе һүрәттәр уйлап сығарып, шуларҙы биҙәй. Был шөғөлө ғаиләгә өҫтәмә килем килтерә.
Ғаиләлә биш бала үҫә. Бөтә эш үҙ-ара билдәләнгән була. Берәү ҙә ҡул ҡаушырып ултырмай: «Бала саҡтан уҡ беҙҙе өйҙә эшкә өйрәттеләр - ата-әсәйебеҙгә йортто йыйыштырырға, баҡсаны ҡарашырға ярҙам итә торғайныҡ, баҫыуға ла өлкәндәр менән бергә сөгөлдөр утарға йөрөнөк. Элек ауылда бөтәһе лә шулай йәшәне һәм быны батырлыҡ тип түгел, ә ғәҙәти эш тип иҫәпләнек. Ә тағы ла беҙҙе өлкәндәрҙе тыңларға, уларҙы ихтирам һәм хөрмәт итергә өйрәттеләр. Шуға күрәлер ҙә ауыл халҡы араһында аралашыу йылы һәм асыҡ һаҡланғандыр, моғайын», - тип йылмайып иҫкә ала беҙҙең мәҡәлә геройыбыҙ.
Мәктәптә тәнәфес ваҡытында йәш уҡытыусылар гармун уйнап, күңелле уйындар ойошторалар. Балалар күп була, бер параллелдә икешәр класс уҡый. Ошондай минуттарҙа коридорҙа йылы һәм дуҫтарса мөхит булдырыла, балаларҙың шат ауаздары яңғырай. Ошондай мәлдәрҙең береһендә ике йәш йөрәк, ике класташ - Хәкимә һәм Альберт бер-береһенә ғашиҡ була.
Ул армияға китә, ә ҡыҙ Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Хәкимә Стәрлетамаҡ бала табыу йортонда башлай. Әммә тормошҡа сыҡҡандан һуң яҙмыш ҡушыуы буйынса ул йәнә тыуған ауылына ҡайта.
Шулай килеп сыға, үҙ бәхетен тыуған ерендә таба. Ҡуғанаҡбаш һәр ваҡыт егәрле, эшһөйәр халҡы менән дан тота. Шуға ла колхоз районда алдынғыларҙың береһе тип иҫәпләнә. Тәүге мәлдә Хәкимә физкабинетҡа шәфҡәт туташы булып эшкә сыға, ә артабан хеҙмәт эшмәкәрлеген балалар баҡсаһында дауам итә.
Барлыҡ ауыл ҡатын-ҡыҙҙары кеүек үк, Хәкимә Тимерхан ҡыҙы эшһөйәр була, сөнки үҙ хужалығың ялҡаулыҡты яратмай. Бөтә ерҙә өлгөрөр өсөн, таңдан тороп, өй эштәрен теүәлләп, эшкә йүгерергә кәрәк. Һәм быларҙың барыһы ла иңдәреңә йорт һәм хеҙмәт мәшәҡәттәрен йөкмәп, еңел булмаған ауыл шарттарында башҡарыла. Балалар баҡсаһында ҡыҫҡартылыуға эләккәндән һуң, ауыл билмәһе хакимиәтендә эштәр менән идара итеүсе вазифаһын тәҡдим итәләр. Ул ваҡытта тормош иптәше Альберт менән өс бала: Әлиә, Эльза һәм улдары Азатты тәрбиәләй. Бәхеткә күрә, ҡәйнәһе ярҙамлаша. Килен булып төшкәс тә улар аңлашып, бергә йәшәй. Хәкимә Тимерхан ҡыҙы 17 йыл ауыл хакимиәтендә эшләй. Һабантуйҙар, һайлауҙар, халыҡ иҫәбен алыу һәм даими статотчеттар - ошо сараларҙы ойошторған өсөн уға ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы менән бер тигеҙ яуап бирергә тура килә. Етәкселәр уға тулыһынса ышана. Ауыл халҡы ярҙамсыллығы һәм аңлауы өсөн хөрмәт итә. Урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлағас, йыш ҡына уға ярҙам, кәңәш, бер һүҙ менән әйткәндә, ғәҙеллек артынан мөрәжәғәт итәләр.
Был ут ҡатын ҡайҙан көс ала икән?
- Һөйөүҙәндер, моғайын, - ти Хәкимә апай. - Ғаиләм, балаларымдың һөйөүенән. Тыуған һәм йәшәгән еремә һөйөүемдән. Тормошомдоң һәр көнө, хатта ул бик шатлыҡлы булмаһа ла, миңә кемгәлер кәрәк икәнемде белдерә.
Уға ҡарап, уның ни тиклем алсаҡ, изге һәм асыҡ күңелле икәнен аңлайһың, ауылда бындайҙар тураһында эскерһеҙ тиҙәр. Бихисап эштәренә ҡарамаҫтан, Хәкимә Тимерхан ҡыҙының өйөндә һәр ерҙә тәртип, уңайлы һәм ниндәйҙер айырыуса ҡунаҡсыл мөхит. Өҫтәлдә ғаиләне, һис шикһеҙ, ниндәйҙер тәмле ҡамыр ашы көтә.
Өс йыл элек ул хаҡлы ялға сыға һәм үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға ҡарар итә. «Иман нуры» мәҙрәсәһенә уҡырға бара һәм ике йыл осраҡлы машиналарҙа Стәрлебашҡа йөрөп уҡый. Ислам нигеҙҙәре буйынса белем алып, бөгөн ул намаҙ уҡый һәм дин ҡанундары буйынса йәшәргә тырыша. Ауылдаштары менән улар шәмбе өмәләренә сыға. Мәсетте йыйыштыралар, шишмә эргәһендәге территорияны тәртиптә тоталар. Хәкимә апай яҡташтары менән ғорурлана, сөнки ауылда ярҙамсыл кешеләр, үрнәкле ғаиләләр күп йәшәй. Уларҙың барыһы ла уға бик ҡәҙерле.Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.