"Уҡытыусы һөнәрен популярлаштырыуға ярҙам итеүсе “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә, кино - һәм видеопродукция булдырыуҙа һәм таратыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген дә ҡарап, уҡытыусы статусын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар комплексын булдырырға", — тиелә йөкләмәлә.
Был хаҡта Президентҡа доклад 2020 йылдың 1 апреленә тиклем тәҡдим ителергә тейеш.
Бынан тыш, Министрҙар кабинетына балалар һәм үҫмерҙәр фильмдарының дәүләт киностудияһын булдырыу, шулай уҡ, “Интернет” селтәренең Рәсәй сегментында йәштәр аудиторияһының үҙ-үҙен тотошо үҙенсәлектәрен һәм ҡулланыу өҫтөнлөктәрен даими тикшереп тороуҙы тәьмин итергә кәрәк.
Хөкүмәткә, шулай уҡ, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар базаһында йәштәрҙе рухи-әхләҡи тәрбиәләүгә йүнәлтелгән контент етештереү һәм уны “Интернет”та таратыу менән шөғөләнеүсе координацион үҙәк булдырыу йөкмәтелде.