Осрашыуҙа нефть хаҡтарын тотороҡландырыу өсөн ғәмәлдәрҙе координациялау, Сүриә һәм Фарсы ҡултығы төбәгендә хәлдәр торошо, шулай уҡ Палестина – Израиль мөнәсәбәттәрен көйләү темалары яҡтыртылды, тип хәбәр итәләр Кремлдең матбуғат хеҙмәтендә.
Бынан тыш, яҡлар энергетика, ауыл хужалығы, сәнәғәт, хәрби-техник кооперация һәм мәҙәни-гуманитар алмашыу өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында фекер алышты.
Дәүләт башлыҡтары, Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка төбәгендә хәл торошона баҫым яһап, көн тәртибендәге халыҡ-ара темалар буйынса фекерҙәрен белдерҙе.
Сәфәр мәлендә Владимир Путин Рәсә - Сәғүд Ғәрәбстаны иҡтисади берлегенең беренсе ултырышында ҡатнашты һәм Сәғүд Ғәрәбстаны короле вариҫы Мөхәмәт бән Сәлмән әс-Сәғүд менән әңгәмә ҡорҙо.