Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2019, 10:50

Һәр сәғәте файҙалы үтә

Сентябрь аҙағында билдәләнгән Тәрбиәселәр көнө быйыл бүтән йылдарға ҡарағанда нисектер шаулыраҡ үтте.

Кемгә нисектер, минең күңелдә шундай тәьҫорат ҡалды. Әйткәндәй, тап ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә тәрбиәселәрҙе ҡотланы. “Бөгөн – Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә йәштәге хеҙмәткәрҙәр көнө. Ошо һоҡланғыс кешеләргә иң ҡәҙерлеләребеҙҙе – бәләкәс балаларыбыҙҙы ышанып тапшырабыҙ. Ни өсөндөр ул Уҡытыусылар көнө йәки Полиция көнө кеүек әллә ни танылыу алмаған да. Минеңсә, был дөрөҫ түгел, шул уҡ ваҡытта власть тарафынан иғтибарҙың булмауы ла ғәҙел түгел...” – тип яҙған Радий Фәрит улы.


Тәрбиәселәрҙе һөнәри байрамы менән ҡотларға беҙ ҙә Бишбүләк районына ашыҡтыҡ. Тәмле йоҡо һәм татлы аш алдынан нимә эшләргә кәрәк­леген бында яҡшы беләләр. Бәләкәстәрҙе саф һауала йөрө­төүҙе бер нимә лә алмаштыра алмай.


– Әле 158 ҡыҙ һәм малай­ҙың һәр сәғәте файҙалы уҙһын өсөн педагогтар ҡулдан килгән­дең барыһын да тормошҡа ашыра, – тип һөйләй Бишбүләк районының Бишбүләк ауылын­дағы “Умка” балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Вәлиева. – Һәр бала һәләтле, тик уны ваҡытында үҫтерә белергә генә кәрәк. Кемдәрҙер бирелеп китеп һүрәт төшөрә, икенселәр һығыл­малы булыуы менән айырыла, бейеүгә маһир бүтән төрлө мауығыу­ҙары ла бар кескәйҙәрҙең.


Балалар баҡсаһында түңәрәк­тәрҙе ойоштороуға етди иғтибар бүлгәндәр, барыһы ла бушлай. “Уҡырға өйрәнәбеҙ”, “Күңелле оркестр”, “Юл әлифбаһы”, “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ” һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал.


Бер нисә йыл элек Бишбүләк сәнғәт мәктәбе менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, ундағы педагогтар йыр, һынлы сәнғәт, бейеү түңәрәктәре алып бара.


Эльвира Фәрүәз ҡыҙының һүҙҙә­ренә ҡарағанда, информатика кабинетына малайҙар һәм ҡыҙҙар теләп йөрөй. Интерактив таҡта, ноутбук кеүек заман технологиялары кескәйҙәрҙе үҙенә ныҡ ылыҡтыра икән, шахмат уйыны ла күптәр өсөн ҡыҙыҡ.


Бишбүләк районы.
Читайте нас: