“Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы ярайһы уҡ ҙур – 45 йыллыҡ тарихҡа эйә. Ул 1974 йылда “Башмедьстрой” тресы тарафынан төҙөлөп тапшырыла һәм оҙаҡ йылдар дауамында ошо төҙөлөш ойошмаһы ҡарамағындағы балалар баҡсаһы булараҡ эшләй. Ошо йылдар эсендә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында 2500 тирәһе бала тәрбиә һәм белем алып, мәктәпкә юлланған.
Баҡсаға төрлө йылдарҙа тәжрибәле, үҙ заманы менән бергә атлаған мөдирҙәр етәкселек итә. Софья Рысмөхәмәтова, Алла Осипова, Нәйлә Гәрәева кеүек алдынғы ҡарашлы етәкселәр мәктәпкәсә учреждениела бәләкәстәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу, матди базаны нығытыу йәһәтенән ҙур эштәр башҡара. Бөгөн балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын йәш, энергиялы, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан Альбина Әсмәндийәрова уңышлы үтәй.
Альбина Риф ҡыҙы берҙәм, татыу коллектив туплауға өлгәште. Беҙҙә эшләгән педагогтарҙың 85 проценты юғары һөнәри белемгә эйә. Рәсәй дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф алдынғыһы булып танылған хеҙмәттәштәребеҙ ҙә байтаҡ.
Оҙаҡ йылдар тәрбиәсе һөнәренә тоғро ҡалып, бер урында – ошо балалар баҡсаһында эшләгән коллегаларыбыҙ Шәүрә Шамил ҡыҙы Йосопова, Әлфиә Морат ҡыҙы Төхвәтуллина, Гөлсәсәк Рәйес ҡыҙы Шәрипова, Лариса Владимировна Огнева, Алһыу Ғимал ҡыҙы Баймырҙина, өлкән тәрбиәсе Александра Павловна Кузмина беҙгә һәр йәһәттән кәңәшсе һәм терәк.
2003 йылдан беҙҙең балалар баҡсаһында ике телле тәрбиә биреү буйынса тәжрибә майҙансығы эшләп килә. Башҡорт төркөмдәренең һанын дүртәүгә тиклем арттырыуға өлгәштек. Бөтә төркөмдәрҙә лә тәрбиә процесын, дәүләт телдәре булараҡ, башҡорт һәм рус телдәрендә ойошторорға тырышабыҙ. Тәрбиәләнеүселәребеҙ ҡала кимәлендә үткән конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, алдынғы урындар яулап ҡыуандыра. Мәҫәлән, Лилиә Яҡшығолова “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһендә гран-при яуланы. Вика Барлыбаева – Ю.А. Гагарин исемендәге кубокка мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында үткәрелгән олимпиаданың муниципаль этабында, Элина Мортазина йәш шиғыр һөйләүселәр конкурсында беренсе урынға лайыҡ булды. Ильяс Назаров шашка ярыштарында еңеүҙәр яулап килә.
Балалар ғына түгел, беҙ, тәрбиәселәр ҙә, ҡала һәм республика кимәлендәге ярыш-фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашабыҙ. Бындай саралар оҫталыҡты арттырыуға, коллективта берҙәмлек тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, быйыл хеҙмәттәшебеҙ Лилиә Йортбәкова “Йылдың йәш педагогы” ҡала конкурсында беренсе урын яулап ҡыуанды. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән Сибай ҡалаһының художество үҙешмәкәр коллективтары смотрында ла I дәрәжәле дипломға лайыҡ булдыҡ.
Баҡсабыҙҙың матди базаһы бик бай: интерактив таҡта, компьютерҙар, мультимедиа проекторы, заманса телевизорҙар эшебеҙҙе ҡыҙыҡлыраҡ итеп ойоштороуға булышлыҡ итә. Психолог һәм логопед өсөн айырым бүлмәләр булдырылған. Шулай уҡ легоконструкторлау һәм робот техникаһы кабинеттарында ла балалар теләп шөғөлләнә.
“Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы коллективы алып барған тағы бер эшмәкәрлек йүнәлеше тураһында айырып билдәләгем килә. Беҙ кескәйҙәргә экологик тәрбиә биреү буйынса маҡсатлы хеҙмәт итәбеҙ һәм уларҙы бәләкәстән тәбиғәткә яҡын булырға, сынығып үҫергә өйрәтәбеҙ. “Тәбиғәттәге дәрестәр” тип аталған был эшебеҙҙе дөйөмләштереп, төбәк кимәлендә фәнни-ғәмәли конференция уҙғарҙыҡ.
Был йәһәттән нимәләр эшләнә? Йылы миҙгелдәрҙә балаларҙың баҡсалағы һәр көнө саф һауалағы күнекмәләрҙән башлана. Ихатала коллективтың һәм ата-әсәләрҙең берҙәм көсө менән кәрәкле ҡорамалдар урынлаштырылды. Биләмәне йәшелләндереүгә – ағастар, һәр төрлө ҡыуаҡтар ултыртыуға, сәскәләр үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Бында ла ата-әсәләрҙең ярҙамын тоябыҙ.
Ошондай шарттар булғанда, алдыңа яңы маҡсаттар ҡуйғанда, бөгөн балалар баҡсаһында йөҙөп йөрөп эшләргә мөмкин. Әлбиттә, уңайлыҡтар, алдынғы технологиялар барыһы ла кәрәк, әммә тәрбиәсе булыу өсөн иң мөһим шарт һәр заманда берәүҙер: ул – балаларҙы эскерһеҙ яратыу.
Автор: Айгөл ИСХАҠОВА, “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Сибай ҡалаһы