Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2019, 11:05

Граждандар оборонаһы үҫеше стратегияһы раҫланды

Рәсәй Президенты Владимир Путин граждандар оборонаһы үҫеше стратегияһын, халыҡты һәм территорияларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлауҙы, янғын хәүефһеҙлеген һәм һыу объекттарында кешеләр именлеген тәьмин итеүҙе раҫланы.

Стратегия халыҡтың, матди һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙең хәрби конфликттар сәбәпле йәиһә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә яҡланғанлыҡ дәрәжәһен күтәреүгә йүнәлтелгән.

Стратегия ике этапта тормошҡа ашырыла: беренсеһендә (2024 йылға тиклем) тейешле норматив хоҡуҡи акттар һәм методик рекомендациялар нәшер ителәсәк, икенсеһендә (2030 йылға тиклем) заманса ҡотҡарыу технологиялары һәм ҡотҡарыу техникаһы сафҡа индереләсәк.

"Башинформ"
Читайте нас: