Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь 2019, 14:32

Софья фатирлы булды!

Софьяны хәтерләйһегеҙме әле? Уны ҡиәфәтендәге үҙенсәлектәре өсөн балалар баҡсаһына алмаҫҡа итәләр ине.

Был хәл киң яҡтыртыу алғас, хәбәр Башҡортостан Башлығына тиклем барып етте, ул уның яҙмышын шәхси контроленә алды, уларҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Шулай уҡ ҡыҙҙың һаулығын ныҡлап тикшерҙеләр һәм әле операцияға әҙерләйҙәр.


Бөгөн иһә тағы ла ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булды: Софьяға һәм уның ата-әсәһенә вәғәҙә ителгән фатир бирелгән һәм ғаилә унда йәшәй ҙа башлаған! Хәҙер уларҙың Мебельный ҡасабаһында ике бүлмәле фатиры бар.


“Яҡшылыҡ йәйғоры” ирекмәндәр ойошмаһы вәкилдәре хәбәр итеүенсә, ғаилә ошо көндәрҙә яңы фатирға күскән.


“Фатир тулыһынса ремонтланған. Бынан тыш уларға йыһаздар һәм хатта урын-ер ҡаралтыһына тиклем бүләк иткәндәр. Софьяның хәҙер үҙ карауаты ла бар”, – ти ирекмәндәр.


Бәхетле бул, сабый, ә иң мөһиме һау-сәләмәт бул!
Читайте нас: